Башҡортостан Хөкүмәте 70 һәм 80 йәшлек граждандарға капиталь ремонт өсөн ташламаларҙы 2020 йылға тиклем ғәмәлдә ҡалдырырға тәҡдим итте. Әле 70 йәшлектәр өсөн 50, 80 йәшлектәр өсөн 100 процентлыҡ ташлама ҡаралған. Тиҙҙән Башҡортостан федераль бюджеттан күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн иғәнәләрҙе компенсациялауға субсидия аласаҡ. Был аҡса мохтаждарға -яңғыҙ пенсионерҙар йәки 70 йәше тулған милексе пенсионерҙарҙың ғаиләләренә биреләсәк. Башҡортостанда әле капиталь ремонт өсөн ташламаларҙы 11 мең ярым кеше ала.
Капиталь ремонт өсөн ташламалар 2020 йылға тиклем ғәмәлдә ҡала
Тулыраҡ: Капиталь ремонт өсөн ташламалар 2020 йылға тиклем ғәмәлдә ҡала