Киров районында йәшәүсе 3 меңгә яҡын кеше йылылыҡ өсөн ике тапҡырға артҡан хаҡтар менән риза түгел һәм тарифтарҙың үҫеүендә торлаҡ коммуналь хужалығы ойошмаһын ғәйепләй. Валентина Серова бына бер нисә ай инде сәләмәтлеге өсөн мөһим дарыуҙарҙа экономияларға мәжбүр. 15 мең һумлыҡ пенсияның 3-тән 1 өлөшө коммуналь түләүҙәргә китә. Зарын уға хәлен белергә ингән күршеһенә генә һөйләргә ҡала. Цюрупа урамы 80-се йортта йәшәүселәрҙең барыһы ла ошондай хәлдә. Башлыса, бында пенсионерҙар тора. Беҙҙе ишетергә лә ярҙам итергә лә теләүсе юҡ, тип зарлана улар.Йылылыҡ өсөн түләүҙең кинәт артыуын хеҙмәтләндереүсе компания йорттағы иҫәпләү ҡоролмаһының төҙөк булмауы менән аңлата. Баҡтиһәң, ул 2015 йыл аҙағында уҡ эшлектән сыға, әммә идарасы компания йылдан ашыу быға күҙ йома. Етешһеҙлек асыҡланғас, квитанциялағы иҫәп норматив буйынса килә башлай.Идарасы компания үҙ елкәһендәге бурысты ла йортта йәшәүселәргә япһара. Өҫтәүенә, Киров районы торлаҡ – коммуналь хужалығы ойошмаһы быны законлы, тип аҡланырға тырыша.Халыҡ берәмләп торлаҡ инспекцияһына һәм прокуратураға мөрәжәғәт итеп ҡарай, әммә бер ниндәй ҙә үҙгәреш күрмәй. Хәҙер үҙҙәрен ҡорбан тип һынаусылар судҡа коллектив ғариза әҙерләй.Юрситар билдәләүенсә, был тәүге осраҡ ҡына түгел, былтыр Октябрь районында төҙөк булмаған иҫәпләү ҡоролмалары арҡаһында 7 мең фатир хужаһына йылылыҡ өсөн ике тапҡыр күберәк түләргә тура килә. Хәҙер был тенденция Өфөнөң башҡа райондарына, хатта Стәрлетамаҡ кеүек ҙур ҡалаларға ла хас. Идарасы компанияларҙың иғтибарһыҙлығымы был, әллә бурысты халыҡ елкәһенә һалырға тырышыумы. Һуңғы һүҙҙе суд әйтергә тейеш, фемида кемде яҡлап сығыры икеле, сөнки былтыр октябрь районында 7 мең кеше яҙған ғаризаның әле булһа ҡарары юҡ.
Өфөлә идарасы компанияға ҡарата иң күләмле дәғүә әҙерләнә
Тулыраҡ: Өфөлә идарасы компанияға ҡарата иң күләмле дәғүә әҙерләнә