Африка тағуны башҡортостан сиктәренә яҡынлаша

Тулыраҡ: Африка тағуны башҡортостан сиктәренә яҡынлаша

Учалы районында был яман сирҙа Республика биләмәһенә үткәрмәү йәһәтенән ашығыс саралар күрелә. Учалыла ветеринар-санитар талаптарҙың үтәлешенә арналған кәңәшмә үтте. Унда билдәләнеүенсә, хәл бик ҡатмарлы. Ауырыуҙың эҙемтәләрен бөтөрөү бик күп сығымдар талап итә. Шуға ла африка тағунын Башҡортостан биләмәһенә үткәрмәү өсөн етди саралар күрергә кәрәк, тип билдәләнде ултырышта.Былтыр Рәсәйҙең 24 субьектында сусҡаларҙың африка тағуны менән ауырыуҙың 249 осрағы теркәлгәйне. Ошо сәбәпле Башҡортостанда ҡыр сусҡаларының һаны ла 40 процентҡа кәметелде.