Өфөлә йәшәүсе бер нисә ғаиләнең ташландыҡ өйҙәрен һүтеп ташлағандар. Әммә уларға яңы фатир ҙа, аҡса ла бирелмәгән. Шунлыҡтан, сабый балаһы булған ғаиләгә хәҙер урам буйында ҡалыу ҡурҡыныс янай. Нурсилә Ваһапова өс йыл элек үҙенең бер туған зәғиф апаһы өсөн фатир һатып ала. Әммә йортто һүтеп ташлайҙар, урынына фатир бирмәйҙәр. Документтарҙа зәғиф ҡатын интернатта ята, тип яҙылған, ти Нурсилә.Нурсилә хәҙер емерелгән йорт урынына яңы торлаҡ биреүҙәрен һорай. Фатир мәсьәләһе Әхмәҙиевтар ғаиләһен дә борсой. 2012 йылда йорттарын ташландыҡ тип билдәләгәс, уларға яңы өс бүлмәле фатир бирелә. Әммә ҡыуаныу урынына уларға бәхәсләшергә тура килә.Һигеҙ йыл элек ошо урындағы ике ҡатлы йортто һүтеп ташлайҙар. Ҡыйыҡһыҙ ҡалған Әхмәҙиевтар ғаиләһенә хәҙер йәшәргә урын юҡ тип әйтергә мөмкин. Сөнки был урында яңы йорт төҙөлгән, ә ваҡытлыса бирелгән торлаҡтан ҡыуып сығарыу ҡурҡынысы янай.Ғаилә бигерәк тә сабый балаһы һәм карауатта ятҡан зәғиф олатаһы өсөн ҡурҡа. Йорт хужабикәһе Нәсимә әйтеүенсә, иҫке йорт өсөн уларға бер миллион ете йөҙ мең һум аҡса тәҡдим итәләр. Әммә бәләкәй суммаға алты кеше һыйырлыҡ фатир алып булмай, ти ул. Шулай ҙа элекке һүтеп ташланған йортта теркәлгән ағаһы бирелгән аҡсаның өлөшөн үҙенә алып өлгөрә. Шунлыҡтан, Әхмәҙиевтар ғаиләһе өсөн хәҙер аҡса ла, фатир ҙа юҡ.Торлаҡһыҙ ҡалған һәм уның урынына бер ниндәй ҙә аҡса алмаған ғаиләләргә адвокат яллап суд аша дөрөҫлөктө асыҡларға тура килә.
Фатир өсөн ғауға
Тулыраҡ: Фатир өсөн ғауға