Башҡортостандың бешмә сиренән күргән зыяны 50 миллион һумға баһалана. Бүленгән суммалар иһә халыҡҡа юҡ ителгән мал өсөн түләүҙәргә һәм вирус таралған урындарҙы таҙартыуға тотоноласаҡ. Ошо турала республика башлығы Рөстәм Хәмитов Силәбелә, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлеге халыҡ-ара форумында белдерҙе. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, Башҡортостан шулай уҡ республика халыҡтары телдәрен яҡлау һәм үҫтереү өсөн 300 миллион һум тотонасаҡ. Сығымдарҙың өстән ике өлөшө 5 йылға иҫәпләнеп, әле бойомға ашырылған программалар өсөн тотонола. Ҡалған аҡсалар башҡорт телен һаҡлау фондына һәм Башҡортостан етәксеһе гранттарына тәғәйенләнә. Силәбеләге форумда Башҡортостан шулай уҡ Ҡаҙағстандың Павлодар өлкәһе менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөнө.
Башҡортостан Ҡаҙағстандың Павлодар өлкәһе менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөнө
Тулыраҡ: Башҡортостан Ҡаҙағстандың Павлодар өлкәһе менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөнө