Башҡортостан ҡотҡарыусылары бөгөн Ижевскийға юлланды

Тулыраҡ: Башҡортостан ҡотҡарыусылары бөгөн Ижевскийға юлланды

Бөгөн Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы көсәйтелгән эш режимына күсерелде. Оператив штаб төҙөлдө. Был, тәү сиратта, Ижевскийҙа торлаҡ йорт шартлауға бәйле. Башҡортостандан 110 ҡотҡарыусы һәм 14 берәмек техника бөгөн Ижевскийға юлланды. Улар фажиғә урынында авария-ҡотҡарыу эштәрендә ҡатнашасаҡ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бер фатирҙа газ шартлаған. Йорттоң бер өлөшө емерелеп төшкән. Алты кеше һәләк булған. Шартлау яңғырағас та ҡалала хәрәкәт туҡталған. Бер-нисә саҡырымлыҡ тығындар барлыҡҡа килгән.