Бүләккә-автомобиль

Тулыраҡ: Бүләккә-автомобиль

Бөгөн автомобиль менән бүләкләнеүселәр араһында Ҡырмыҫҡалы районының Артемида хужалығынан Михаил Шерышов та бар. 25 йыл колхозда тир түккән, үҙ эшенә тоғро булған һөнәр оҫтаһы йыл да төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар ала.Михаил быйыл да район-ара «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» конкурсыныңа «Иң яҡшы водитель» номинацияһында тәүге урынды алған. Михал Николаевич һөнәрҙәштәре араһында абруйлы оҫта һәм күптәргә остаз да. Борон ир-егеттең юлдашы ат булһа, бөгөн уны машиа алмаштыра.Үҙ эшенә яуаплы ҡараған оҫтаны етәкселәре лә башҡаларға өлгө итеп ҡуя.Әйткәндәй, республикала иң яҡшы ун механизаторға икенсе йыл бүләккә машиналар тапшырыла. Михаил Шерышов киләһе йылда ла бар тырышлығын һалып тағы ла ҙур уңыштарға ирешергә ниәтләй.