Рәсәйҙә иҫерткес эсемлектәрҙең сифаты тикшереләсәк

Тулыраҡ: Рәсәйҙә иҫерткес эсемлектәрҙең сифаты тикшереләсәк

Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Александр Хлопонин алкоголь әйләнешен көйләүсе ойошма белгестәренә Эске эштәр министрлығы, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау, сифат тикшереү хеҙмәттәре һәм генераль прокуратура менән берлектә коньяк менән шампань шарабы етештереүселәр һәм һатыусыларҙың эшмкәрлеген ентекләп тикшерергә ҡушты.Һатыуға сығарылған коньяктың 60 проценты ялған булыуы асыҡланған. Ә шампант шарабы менән ғәҙәттә спирт, һыу, буяу ҡушып әҙерләнгән газлы эсемлектәр һатыла. 2017 йылда үткәрелгән тикшереүҙәр һөҙөмтәһе буйынса 99 төрлө коньяктың 40-ы дәүләт стандарттарына тап килмәй. Коньяк менән шампань шарабын тикшереү һөҙөмтәләре 2018 йылдың февраленә генә билдәле буласаҡ, тимәк, яңы йыл өҫтәленә эсемлек һайлағанда ҡулланыусыға үҙ белдегенә иҫәп тотаһы ғына ҡала.