500-ҙән ашыу ғаилә алданған өлөшсөләр рәтен тулыландырҙы

Тулыраҡ: 500-ҙән ашыу ғаилә алданған өлөшсөләр рәтен тулыландырҙы

Ҡайһы бер йорттарҙы төҙөү нигеҙ һалыу менән генә сикләнгән. Уныһы ла емерелә башлаған. Ульдановтар ғаиләһе өс йыл элек яңы торлаҡ алабыҙ, тип төҙөүсе компания тоҙағына эләгә. Хәҙер йәш ғаилә ике бала менән ҡуртымға фатир алып йәшәргә мәжбүр.Бер-нисә айҙан күсеп, өй туйлайбыҙ, тигән өмөттәр юҡҡа ғына булды, ти Гөлшат. Хәҙер йорт ҡына түгел, ә йорт йыһаздарын да яңынан алырға кәрәк.Балаларыбыҙ буй етеп килгәндә кеше йортонда көн күреү бигерәк үкенесле, ти алданыусылар. Яңы Булгаков ауылынан фатир алыусылар ошо арауыҡта ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәгән. Барыһы ла бушҡа ғына. Төҙөлөш ойошмаһы иһә йортто тапшырыу ваҡытын кисектерә килә. Яңы Булгаков төҙөлөш ойошмаһы етәкселәре аңлатмалар биреүҙән баш тарта. 2015-се йылда уҡ өй туйларға йыйынған өлөшсөләр хәҙер нимәгә өмөт итергә, кемдән ярҙам һорарға ла белмәй.