Хеҙмәттәшебеҙ Алина Каматова еңеүсе дипломына лайыҡ булды

Тулыраҡ: Хеҙмәттәшебеҙ Алина Каматова еңеүсе дипломына лайыҡ булды

“Киң мәғлүмәт саралары коррупцияға ҡаршы” конкурсында беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ Алина Каматова еңеүсе дипломына лайыҡ булды. Телевизион фильм һәм программаларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы Калугала үтә. Баһалама хөкөмөнә 45 төбәктән 117 ижади эш тәҡдим ителгән. Конкурста “Хәбәрҙәр Башҡортостан” мәғлүмәт программаһы хәбәрсеһе Алина Каматованың Кочкиндар йортон емереүгә арналған репортаждарына тиңдәр булманы. Бәйге лауреаты тип шулай уҡ хеҙмәттәшебеҙ Игорь Крупчинов танылды. Коррупция темаһына иң яҡшы фильм-тикшереү номинацияһында уның “Йәшерен миллионерҙар” тигән ижади эше юғары баһа алды. Рәсәй-Башҡортостан” радиоһы вәкиле Артур Әхтәмов “Бәләкәй ҡалалар рәсми хеҙмәт һайлай” тип аталған ролигы өсөн махсус номинация дипломы менә бүләкләнде.