Бөгөн Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

Тулыраҡ: Бөгөн Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

Теүәл йөҙ элек, 1917 йылда совет эшсе-крәҫтиән милицияһы ойошторола. Хәҙер ул “полиция” тип үҙгәртелһә лә, асылы шул килеш ҡалды. Нескә, нәзәкәтле һәм шул уҡ ваҡытта ҡыйыу, көслө. Флора Санникова мәктәпте тамамлағас та, Эске эштәр министрылығы органдарында эшкә килә. Хеҙмәт юлын кесе сержанттан башлаған ҡыҙ әле кесе лейтенант дәрәжәһен алырға йөрөй. Флора Санникова өсөнсө быуын полиция хеҙмәткәрҙәре династияһын дауам итеүсе. Уның атаһы 27 йыл именлек һағында тора. Әсәһе лә ике тиҫтә йыл бәлиғ булмаған балалар араһында енәйәтселек менән көрәшә. Бар булмышын ошо өлкәгә бағышлаған, элекке Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министры Әнәс Хәсәновҡа ошо көндәрҙә ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Әнәс Ғәббәс улын яҡындары, дуҫтары талантлы, көслө шәхес, шул уҡ ваҡытта, изге күңелле кеше, тип хәтерләй.Бинаның тәүге ҡатында генерал-лейтенант Хәсәновтың музейы ла бар. Тыуған иленең ысын патриоты күптәр өсөн үрнәк, рухи маяҡ булып тора.Совет милицияһы ойошторолоуының 100 йыллығына арнап полиция хеҙмәткәрҙәре тигеҙ сафтарҙа үтте. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры структураның алдынғы хеҙмәткәрҙәрен билдәләне.Колонна менән Өфөнөң патруль-пост, юл-патруль хеҙмәте полктары, ОМОН, кинологтар хеҙмәте, атлы кавалерия, махсус техника, ЮХХДИ автомобилдәре үтте.