Бөгөн Өфөлә пассажир автобусы ҡатнашлығында авария теркәлде.Һәләк булыусылар юҡ, шаһиттар йәрәхәтләнеүселәр барлығы тураһында хәбәр итә. Был аварияла маршрут автобусы ҡаршыһына ҡапыл килеп сыҡҡан водитель ғәйепле. Ә Баймаҡ районындағы фажиғәлә ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Үткән тәүлектә 10 аварияла 3 кеше һәләк булған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика юлдарындағы хәлгә Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов та борсолоу белдергәйне. Тәртип боҙоусыларға, руль артында алкоголле эсемлектәр эсеүселәргә, тиҙлек режимын үтәмәүселәргә ҡаршы ҡаты көрәшергә саҡырҙы республика етәксеһе.
Республикала юл-транспорт фажиғәләре арта
Тулыраҡ: Республикала юл-транспорт фажиғәләре арта