Шишмә районы беренсе Май ауылында йәшәүселәргә юл мәсьәләһен үҙаллы хәл итергә ҡушҡандар. Бер-нисә урамға ваҡытлыса ҙур таштар һалғандар. Был юлдан машина ғына түгел, йәйәүлеләр ҙә йөрөй алмай. Рәис Мостафин Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Диңгеҙ авиацияһы пилоты Ил-2 самолеты менән идара иткән. Хәҙер иһә уға урамды тултырған ҙур таштар аша йөрөргә тура килә.Мәсьәләне ошондай юл менән хәл итергә ауыл хакимиәте тәҡдим иткән. Рәис Ғөбәйҙулла улы йорто тирәләй бөхтәлек булғанын ярата, шуға ла ҙур таштарҙы ырғытыр алдынан, тәүҙә халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртырға кәрәк ине, ти.Ауылда бер-нисә урамға ғына асфальт һалынған. Беҙҙең мөрәжәғәт итеүебеҙҙе түрәләр ишетте, тик башҡарылған эшкә ҡарап, көрһөнөргә генә ҡала, ти халыҡ. Беренсе класс уҡыусыһы Илсур Бәхтийәров өсөн көн һайын мәктәпкә барыу – үҙе бер һынау. Улы тағы ла бер тапҡыр йығылып, имгәнмәһен өсөн әсә кешегә көн һайын Илсурҙы мәктәпкә оҙата барырға кәрәк. Сабыйҙарын коляскала йөрөтөүсе әсәйҙәргә бигерәк тә ауырға тура килә. Рифҡәт Усманов өсөнсө ай ихатаһынан сығалмай. Бар һалымдарҙы ла ваҡытында түләйем, ни өсөн мин ошолай ғазапланырға тейеш, тип асыуы ҡабара уның.Күрше Вишневка ауылы иһә тағы ла ҡатмарлыраҡ хәлдә. Унда ла юлды өлөшләп таш менән ҡаплағандар. Ямғыр яуғандан һуң унда йәйәү ҙә йөрөрлөк түгел. Ауыл хаҡимиәте башлығы белдереүенсә, юлды таш менән ҡаплау- ваҡытлыса сара. Урындағы түрәләр белдереүенсә, таш ваҡланып бөтөп ҡырсынташ өсөн нигеҙ буласаҡ.Бер-нисә урамды бушлай алынған таш менән ҡаплап сығыу 400 мең һумға төшә. Ауылда берәй ваҡыт юлға ҡырсынташ түшәлерме, юҡмы ауыл хакимиәте аныҡ ҡына әйтә алмай.
Шишмә районы Беренсе Май ауылында йәшәүселәр юлһыҙ интегә
Тулыраҡ: Шишмә районы Беренсе Май ауылында йәшәүселәр юлһыҙ интегә