Башҡаланың Октябрь районы Ноғайо ҡасабаһында бөгөн өр-яңы мәктәп асылды

Тулыраҡ: Башҡаланың Октябрь районы Ноғайо ҡасабаһында бөгөн өр-яңы мәктәп асылды

Уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың шатлығын Республика башлығы Рөстәм Хәмитов уртаҡлашты.Ике йөҙ урынлыҡ иҫке мәктәптә ике сменала уҡыған балалар иркенлектең ҡәҙерен яҡшы белә. Киң фойе, махсус дәрестәр өсөн заманса йыһазландырылған кабинеттар, 504 урынлыҡ тантаналар залы. Был хозурлыҡ уҡыусылар менән уҡытыусылар ғына түгел, ата-әсәләрҙе лә һоҡландыра. Ҡыҙҙар технология дәрестәрендә хужабикә серҙәрен төптән өйрәнһен өсөн кулинария, тегенсе, йорт эштәре кабинеттары, егеттәргә хужалыҡ кәрәк-яраҡтары яһар станоктар ҡуйылған. Дәрестән һуң уҡыусылар төрлө түңәрәктәрҙә өҫтәмә белем ала, рәсем, бейеү, спорт менән шөғөлләнә. 147-се мәктәп уҡыусылары теләп йөрөгән грек-рим һәм ирекле көрәш секциялары ла хәҙер заманса спорт залында күнегеүҙәр ойоштора. Тренер Илфаҡ Ибәтуллин етәкләгән көрәшселәр Глеб Елпаев, Артем Әйүпов, Алмас Динисламовтарҙың бөтә Рәсәй күләмендәге ярыштар еңеүселәре исемлегендә. Мәктәптең яңы бинаһында уҡыу буйынса ла ил кимәлендә юғары һөҙөмтәләр күрһәтер мөмкинлектәр булдырылған. 147-се мәктәптең яңы бинаһы 1250 уҡыусыға иҫәпләнгән, дүрт ҡатлы белем биреү йорто төҙөлөшө ике өлөшкә бүленгән. Әле асылған ике бинала уртансы һәм өлкән кластар белем ала. Уңайлы шарттар иһә мөмкинлеге сиклеләр өсөн дә ҡаралған. Ошонда уҡ рәсми һәм мәҙәни саралар ойоштороу, мәктәп уҡыусылар менән ауыл халҡын берләштергән хәрәкәттәр эшмәкәрлеген нығытыу мөмкинлектәре лә һаҡланған. Яңы мәктәп бинаһы яңы микрорайон кешеләренең йәшәү шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән мөһим.Мәктәп тирәләй төҙөлөш майҙансығында эштәр дауам итә. Биләмәне төҙөкләндереү, күмәк уйын майҙансыҡтарын йәйелдереү, хатта “Биобаҡса” ойоштороу күҙ уңында тотола. Унда балалар фәнни-тикшеренеү эше менән шөғөлләнергә йыйына.Был уҡыу йорто һуңғы йылдарҙа киң үҫеш алған ҡасаба-микрорайондарҙың инфраструктураһын төҙөү эшенең бер өлөшө генә. Ноғай ауылы халҡына әле балалар баҡсаһы, юлдар, тимер юл аша юлъүткәргес кәрәк. 147-се мәктәптең дә яҡын киләсәктә хәҙер инде башланғыс кластарҙы ҡабул итер яңы бинаһы төҙөләсәк.