Башҡортостанда “Баллы ауыл” барлыҡҡа киләсәк

Тулыраҡ: Башҡортостанда “Баллы ауыл” барлыҡҡа киләсәк

Ул 2021 йылда «Апимондия» Бөтә донъя умартасылар конгресы сиктәрендә төҙөләсәк.“Баллы ауыл” республика умартасылығы тарихы, уның йолалары һәм бөгөнгө тәжрибәһе тураһында мәғлүмәт майҙансығына әйләнергә тейеш. Республикала умартасылыҡты үҫтереү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Хәҙер инде төп бурыс – продукцияны- башҡорт балынан тыш, прополисты, кәрәҙле балды, һитәне, сәскә һеркәһен, инә ҡорт һөтөн халыҡ-ара баҙарға сығарыу.