Өфөлә йәйәүле автомобиль тәгәрмәсе аҫтында ҡалып һәләк булды

Тулыраҡ: Өфөлә йәйәүле автомобиль тәгәрмәсе аҫтында ҡалып һәләк булды

Авария Цюрупа урамында теркәлде. Шаһиттар билдәләүенсә, оло йәштәге ир юл аша сығып барған. Фажиғә сәбәптәре әле асыҡлана. Ә Иглин районының Шипово ауылында билдәһеҙ автомобиль 59 йәшлек ҡатынды төкөп ваҡиға урынынан ҡасҡан. Әле уны полиция эҙләй. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы водителдәргә юлда һаҡ булырға саҡыра. Республиканың ҡайһы бер райондарында әле ҡуйы томан. Билдәләнгән тиҙлекте һәм дистанция һаҡларға кәңәш ителә.