Өфө студенттарының асышы

Тулыраҡ: Өфө студенттарының асышы

Үҫентеләр тиҙ үҫһен өсөн тупраҡ дымлы булыуҙан тыш, төрлө файҙалы матдәләр, витаминдар менән тулыландырылыуы мөһим. Өфө студенттары тап ошо файҙалы матдәләрҙе тикшереп, уларҙың үҙенсәлектәрен өйрәнә. Кристалл формаһындағы гидрогелдәрҙең ауыл хужалығында, көнкүрештә ҙур файҙа килтереүе күптәргә таныш. Уны, күбеһенсә, баҫыуҙа, ҡулланалар, өй гөлдәре үҫкән тупраҡҡа һалалар. Шулай уҡ бәләкәй генә матдә һыуҙағы бысраҡты ла үҙенә һеңдереү һәләтенә эйә. Бәләкәй кристалды һыуға һалғас, уның шунда уҡ йомшарыуын һәм ҙурая барыуын күҙәтергә мөмкин. Ике көн эсендә ул һыуҙы тулыһынса үҙенә һеңдерә һәм ҙур шар формаһына әйләнә. Бер грамм гидрогель 800 грамм һыуҙы туплай ала. Үҫентеләр тиҙ үҫһен өсөн тупраҡтың дымлы булыуынан тыш, төрлө витамин менән тулыландырыу ҙа зарур. Ылымыҡтар тупраҡты, һыуҙы ауыр элементтарҙан, бысраҡ матдәләрҙән таҙарта. Ылымыҡты алыу өсөн тупраҡты тәүҙә махсус матдә ятҡан һауытҡа һалалар. Ике аҙна эсендә ошондай ылымыҡ барлыҡҡа килә. Һуңынан файҙаһын күреү өсөн, уны таҙа һауытҡа күсерергә һәм үрсегәнен көтөргә кәрәк. Ылымыҡтарҙың файҙа килтереүен Өфө белгестәре лә өйрәнеп төрлө һығымтаға килә. Әйткәндәй, ауыл хужалығына ҙур файҙа килтергән элементтарҙы өйрәнеү эше әле бихисап. Шулай ҙа, гидрогельдәр һәм ябай ғына ылымыҡтарҙың көнкүрештә ҙур роль уйнауы күптәргә билдәле.