- Ҡыҙыу нөктәләр һәм һуғыш күптәр өсөн килемле бизнесҡа әйләнде. Был турала Рәсәй президенты сит илдәр менән хәрби-техник хеҙмәттәшлегенә арналған ултырышта белдерҙе. Террорға ҡаршы көрәш урынына күҙ буяу менән шөғөлләнеүселәр ҙә байтаҡ, тине Владимир Путин
- Вашингтон менән Пхеньян араһындағы мөнәсәбәттәр яҡшыға түгел. Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров яҡтарҙы килеп тыуған ҡатмарлы хәлде тыныс юл менән хәл итергә саҡырҙы. Ике дәүләт тә әле һуғыш алдында тора. Быға тиклем Америка президенты Дональд Трамп Төнъяҡ Корея Ҡушма Штаттарҙы баһалап еткермәй, тип белдергәйне.
- Донъя баҙарында нефткә хаҡ төшә. Брент маркалы нефткә фьючерстар кәмегән. Ғинурға ул 63 доллар 56 цент менән һатыла. Белгестәр фекеренсә, ҡара алтынға хаҡ төшөү Рәсәй аҡсаһының позияларын нығытасаҡ.
- Сүриә Париж килешеүенә ҡушылырға уйлай. Германияның Бонн ҡалаһында климаттың үҙгәреүенә бәйле мәсьәләләргә арналған конференцияла был ил вәкиле шундай тәҡдим индерҙе. Шулай итеп, Америка ер шарында килешеү шарттарын танымаған берҙән-бер ил булып ҡала. Париж килешеүе 2015 йылда ҡабул ителде. Ул глобаль йылыныуға ҡаршы көрәшеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Килешеүгә 195 ил ҡул ҡуйған.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре