Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы декабрҙә үтеүе ихтимал

Тулыраҡ: Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы декабрҙә үтеүе ихтимал

Владимир Путин 2001 йылдан башлап Рәсәй һәм сит ил журналистары менән осраша. Тәүге матбуғат конференцияһы 1 сәғәт 35 минут дауам итһә, 2008 йылда Владимир Путин 4 сәғәт 40 минут дауамында һорауҙарға яуап бирҙе. Матбуғат конференцияларын үткәреү урыны ла үҙгәрҙе: тәүҙә ул Кремлдең 14-се корпусында ойошторолһа, 2012 йылдан саралар Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә уҙғарыла башланы. Владимир Путиндың журналистар менән аралашыуы ғәҙәттәгесә федераль телеканалдарҙа тура эфирҙа күрһәтелә.