Сүриәләге ҡыҙыу нөктәләрҙән махсус рейс менән Рәсәйгә ҡайтарылған кешеләр араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар. Кешеләрҙе ҡотҡарыу операцияһы Оборона министрлығы ярҙамы менән ике ай тирәһе дауам иткән. Рәсәй, Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре кисә Грозный ҡалаһына ҡайтарылды. Унда 12 ҡатын һәм 29 бала. Башҡортостандан Ралина Шәрипова Сүриәгә 2 йыл элек иренә эйәреп китә. Ҡатын һөйләүенсә, улар һәр саҡ кире ҡайтыу юлын эҙләгән. Ҡотҡарылыусы ҡатындарҙың барыһы ла сит илгә ирҙәре арҡаһында эләккән.
12 ҡатын һәм 29 бала Сүриәнән ҡайтарылды
Тулыраҡ: 12 ҡатын һәм 29 бала Сүриәнән ҡайтарылды