Яҡташ һалдаттарыбыҙ был төбәктәге хәрби гарнизондарҙа хеҙмәт итәсәк. Уларҙы сик буйы һәм ҡоро ер ғәскәрҙәрендә көтәләр. Республиканың башҡа райондарынан хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар кеүек үк, Баймаҡ һәм Йылайырҙан армия сафына алынған был егеттәрҙе алда ҙур һынау көтә. Хабаровскийға тиклем ете тәүлек юлда булыу ғына түгел, һалдаттар ил алдындағы бурысын лайыҡлы үтәргә тейеш. Хәрби хеҙмәткә алынған егеттәрҙең күбеһен тап ҡоро ер ғәскәрҙәрендә көтәләр. Биробиджан, Хабаровский, Чита. Яҡташташтарыбыҙ тап ошо ҡалаларҙағы частәрҙә хәрби бурысын үтәйәсәк. Әйткәндәй, был эшелон ноябрь кампанияһындағы иң ҙурҙарының береһе. Башҡортостан егеттәре альтернатив хеҙмәткә өҫтөнлөк бирмәй. Быйыл көҙгө саҡырылыш барышында ошондай юл һайлаған хәрбиҙәрҙең һаны бер нисә генә. Юлға сыҡҡан һалдаттарҙың именлеге менән бер рәттән, уларҙы кейендереү һәм туҡландырыу ҙа тәүге урында тора. Хәҙер Ҡораллы көстәргә саҡырылған егеттәргә махсус тупланма ла бирелә. Һалдат муҡсаһында нимәләр бар һуң. Был йыуыныу кәрәк-яраҡтары... Рәсәй Ҡораллы көстәренә көҙгө саҡырылыш декабрҙең утыҙ берендә тамамлана. Әле иһә райондарҙа махсус комиссиялар эшләй. Улар ҡораллы көстәргә алынасаҡ 5 мең 300 һалдаттың сәләмәтлеген тулыһынса тикшерергә тейеш.
Башҡортостандан бөгөн Алыҫ Көнсығышҡа эшелон юлға сыға
Тулыраҡ: Башҡортостандан бөгөн Алыҫ Көнсығышҡа эшелон юлға сыға