Башҡортостан ДТРК–һының Рәсәй медиа үҙәгендә «Их өс егет, өс егет, Азат, Азамат, Байегет» проектына бағышланған матбуғат конференцияһы үтте. Фекер алышыуҙа республиканың билдәле актерҙары — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет, Башҡортостандың халыҡ артистары Азамат Ғафаров һәм Алмас Әмиров ҡатнашты. Фәһемле әңгәмәне 22 сәғәт 10 минутта «Башҡортостан – 24» каналында ҡарағыҙ.