Өфө тимер юл вокзалында пассажирҙар именлеген тәьмин итеүгә Холли һәм Жуля ҡушаматлы спаниель тоҡомло эттәр йәлеп ителде. Улар хәрби ҡорал, шартлатҡыстар, наркотик матдәләр эҙләү өсөн махсус өйрәтелгән. Холли ҡушаматлы эт шартлатҡыс һалынған сумканы бер-нисә минут эсендә эҙләп таба ала. Уны өйрәтеү өсөн айҙар түгел, йылдар талап ителә. Психотроп мәтдәләрҙе эҙләү өсөн эттәр еҫтәрҙе айыра белергә тейеш. Сөнки дүрт аяҡлы полиция вәкилдәренә күп осраҡта газланған ерҙәрҙә эшләргә тура килә, ә уларға иһә тәғәйен еҫте бер нимә менән дә бутарға ярамай. Күберәк Ҡарағанда-Мәскәү, Үзбәкстан-Өфө, Санкт-Петербург-Өфө поездары тикшерелә. Махсус өйрәтелгән эттәр ярҙамында хатта ҙур күләмдә наркотик матдәләр ҙә табыла. Холли ҡушаматлы эт тимер юлы кинологтарының уң ҡулы. Ул дүрт йыл хеҙмәт итеүе осоронда 10 ашыу наркотик матдә тапҡан… Эттәрҙе бындай һөнәргә махсус ….. ярҙамында өйрәтәләр. Ошонда уҡ хеҙмәт итеүсе икенсе эт –Жуля, хәрби ҡоралды һәм шартлатҡыс мәтдәләрҙе эҙләү өсөн махсус өйрәтелгән. Уның хужаһы Петр Драч, дүрт аяҡлы дуҫымдан башҡа үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым,ти. Эштең бар етдилегенә ҡарамаҫтан, эттәрҙе махсус күнекмәләргә өйрәтеү уйынға ҡорола. Тик шул саҡта ғына улар инспектор-кинологтарҙың ысын дуҫына әйләнә, ти белгестәр.
Улар һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер
Тулыраҡ: Улар һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер