2016 йылда май айында экскурсияға тип сыҡҡан балалар һыу инә. Әммә 14 йәшлек Булат Алтынсурин, аяғы көҙән тартып, һыуҙан сыға алмай. Салауат хәҙер балалар өсөн яуаплылыҡ тотҡан етәксегә ғәҙел хөкөм ҡарарын сығарыуҙарын һорай. Тик йыл ярым эсендә туғыҙ тапҡыр судья алышына, бер кем дә был һорауға нөктә ҡуя алмай. Инде йыл ярым Салауат Алтынсурин улының үлемендә ғәйепле тип һанаған уҡытыусы менән судлаша. 2016 йылдың 28-се майында һигеҙҙә уҡыған Булат класташтары һәм уҡытыусыһы менән Нөгөш йылғаһы янындағы тауға экскурсияға сыға. Өс малай һыу инергә була. Әммә, малайҙың атаһы әйтеүенсә, уҡытыусы Миләүшә Контимерова был хәлде күрһә лә, уларҙы тыймаған. Шул ваҡытта туп артынан һикергән Булат, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуҙан сыҡмай. Һәр бала өсөн яуаплы булған етәксегә һаман хөкөм сығара алмайҙар. Миләүшә Контимерованың ағаһы элек Мәләүез районында судья булып эшләгән. Шуға ла, һәр бер тикшереү һайын, судья алышына, ти Салауат Алтынсурин. Үҙе ике үҫмер бала тәрбиәләгән уҡытыусы ни өсөн май айында сабый балаларға һыу инергә ҡушҡан тигән һорауға бер нисек тә яуап бирмәне.Был эште асыҡларға тырышҡан адвокат та ҡатынды ғәйепле тип танымай.Хәҙер Салауат Алтынсурин эште Күмертау судына ебәреүҙәренән ҡурҡа. Сөнки тап шул ҡалала ғәйепләнеүсенең ағаһы судья булып эшләй.Был эш 9-сы тапҡыр тикшерелеүгә ҡарамаҫтан, һөҙөмтә юҡ. Сөнки судьялар үҙ теләге менән хөкөм сығарыуҙан баш тарта. Дөрөҫлөктө асыҡлау һәм был һорауға нөктә ҡуйыр өсөн Башҡортостандың юғары суды эштең ҡайҙа тикшереләсәген хәл итәсәк.
Мәләүез районында йәшәгән Салауат Алтынсурин улының үлемендә уҡытыусыны ғәйепләй
Тулыраҡ: Мәләүез районында йәшәгән Салауат Алтынсурин улының үлемендә уҡытыусыны ғәйепләй