Яңы йылға яңы цирк менән

Тулыраҡ: Яңы йылға яңы цирк менән

Дәүләт циркын билдәһеҙ ваҡытҡа япҡандан һуң төбәктә тамашаларҙың был төрө юғалмай. Өфөлә Шапито циркына нигеҙ һалынды. Дөйә, як, киләһе йыл символы – маьмайҙар – Шапито артистары исемлеген улар аса. Был урында ысын цирк буласаҡ, ти “Триумф” циркының директоры Аллаһбирҙе Исрафилов. Әле бағаналары ғына ҡағылып сатыр ябылған майҙансыҡта эшселәр мең ярым ултырғыс беркетергә әҙерләнә.Шапито циркы күсмә тамаша майҙаны атамаһын аҡламай. Сипайлово биҫтәһендә ул даими урын алды. Европа стандарттары буйынса ҡоролған көмбәҙ аҫтында тамашасы өсөн бар уңайлыҡтар, хәүефһеҙлек саралары, күңелле ял шарттары ҡаралған. Цирк сәнғәте оҫталары Өфө циркы менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Тамашалар декабрҙең икенсе яртыһынан башлана. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтар Шапито циркы тамашаһын Яңы йыл тантаналарында уҡ ҡарай аласаҡ. Ойоштороусылар был ҡоролманы беренсе декабргә асырға ниәтләй.