Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн водителдәрҙе алыҫ юлға сыҡмаҫҡа саҡырҙы. Ҡар яуыу һәм юлдарҙа боҙлауыҡ булыу сәбәпле бөгөн Өфөлә ҙур тығындар барлыҡҡа килде. Республика һәм федераль кимәлдәге юлдарҙағы авариялар йыш теркәлгән урындарҙа юл-патруль хеҙмәте нарядтары дежур итәсәк. Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡан осраҡта юл хәрәкәте инспекцияһына шылтырытып ярҙам һорарға мөмкин.
Һауа торошо боҙола
Тулыраҡ: Һауа торошо боҙола