Өфөлә юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алалар

Тулыраҡ: Өфөлә юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алалар

Ноябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә Юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алалар. Хәтер көнө юлда һәләк булыусыларҙың йылдан-йыл артыуына иғтибарҙы йүнәлтә һәм уйландырырға мәжбүр итә. Донъяла тәүлегенә өс меңгә яҡын кешенең юлда ғүмере өҙөлә, 100 меңгә яҡын кеше төрлө йәрәхәттәр ала. Халыҡтың ғүмерен ҡыйған фажиғәләрҙең сәбәбе нимәлә? Рәсәйҙә йылына 30 меңгә яҡын кеше юлда һәләк була. Бәләгә ҡалғандарға йыш ҡына тәүге ярҙам үтә һуңлап килә. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, ауыр йәрәхәтләнгәндәрҙең 80 проценты, нигеҙҙә, күп ҡан юғалтыуҙан авариянан һуң өс сәғәт дауамында йән бирә. Йыл һайын юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаусылар ҙа арта.