Рәсәй юғары судының Өфө ханымы ғаризаһына биргән яуабы банктарҙың заем алыусыға коллектив страховка килешеүен көсләп тағыу тәжрибәһенә сик ҡуйыуы ихтимал. Гөлназ Исламова банктан аҡсалата кредитты беренсе тапҡыр ғына алмай. Страховка килешеүен төҙөү талабының ипотека менән автомобиль һатып алғандан башҡа осраҡта мотлаҡ түгеллеген яҡшы белә. Әммә банк ошондай килешеүгә ҡул ҡуймаһаң бурысҡа аҡса бирмәй, шуға ла ул кредит биреүселәр шартына риза булып коллектив килешеүгә килә.Заем алыусының страховка өсөн түләгән аҡсаһын биш көн эсендә ҡайтарыу хоҡуғы законда раҫланған. Ғәмәлдә иһә бындай тәжрибәнең әлегәсә теркәлгәне юҡ. Ғариза менән мөрәжәғәт иткәндәргә килешеүҙе туҡтатырға рәхсәт ителһә лә, көнэлгәре түләнгән аҡса ҡайтарылмай. Банктар Рәсәй Банкы талабын инҡар итеү ысулын тапҡан. Суд ҡарарҙарын ҡабул итеү тәжрибәһендә заем алыусы өсөн отошһоҙ ошо мәл төп дәлил булараҡ алынған, шуға ла төбәк суд органдары банк мәнфәғәте яғына тора. Гөлнур Исламова эшендә Рәсәй юғары суды тәүге тапҡыр заем алыусыны яҡлап сыға. Башҡортостанда граждандарҙың финанс хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил, был хәл киләсәктә төбәк судтары ҡарарҙарында ла сағылыш табыр, тигән фекерҙә.Судтың был ҡарарынан һуң кредит ойошмаларының табыш күләме кире яҡҡа үҙгәреүе мөмкин. Юристар заем алыусыларҙың көсләп тағылған страховканан күпләп баш тарта башлауын күҙаллай. Үҙәк банк мәғлүмәттәре буйынса, кредит ойошмаларының бурысҡа аҡса алған кешеләрҙең ғүмерен страховкалау иҫәбенән килгән табышы 2017 йылдың икенсе сирегендә генә 13 миллиард һумға яҡын. Уның 90 процентҡа яҡын өлөшө коллектив килешеүҙәр һөҙөмтәһе. Рәсәйҙең Үҙәк банкы әлеге ваҡытта ҡулланыусылар кредиты тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү сараларын күрә. Әммә тормош закон үҙгәртеү эшенең оҙайлы икәнен, ә кредит биреүселәрҙең үҙгәрештәргә яраҡлаша белеүен дәлилләй.
Бурысҡа аҡса алғанда ғүмерҙе страховкалау тәртибенең үҙгәреүе ихтимал
Тулыраҡ: Бурысҡа аҡса алғанда ғүмерҙе страховкалау тәртибенең үҙгәреүе ихтимал