Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Мәскәү менән аңлашылмаусанлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, Дональд Трамп халыҡ-ара мәсьәләләр буйынса Владимир Путин менән хеҙмәттәшлек итеү кәрәклеген бик яҡшы аңлай. Был хаҡта Аҡ йорттоң рәсми вәкиле Сара Сандерс хәбәрселәр менән осрашыуҙа белдергән.
  • Ракканы азат иткәндән һуң Америка етәкселегендәге коалиция көстәре тик 4 террорсыны ғына ҡулға алған. Ҡалғандары-300-ләп кеше ҡасып ҡотолған. Төркиә ошо сәбәпле етди борсолоу белдерҙе. Сөнки террорсылар үҙ эшмәкәрлеген дауам итеү өсөн күрше дәүләттәргә,Европа һәм Америкаға йүнәләсәк.
  • Европа парламенты дөйөм ҡиммәттәрҙе боҙған өсөн Польшаға ҡарата етди саралар күрергә саҡырҙы. Депутаттар Варшаванан судтарҙың һәм киң мәғлүмәт сараларының бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеүҙе талап итә.