Бөгөн Башҡортостанда оло ваҡиға билдәләнә

Тулыраҡ: Бөгөн Башҡортостанда оло ваҡиға билдәләнә

50 йыл элек Өфөнөң Ағиҙел ярында Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыла. Баш ҡалала бөгөн ошо датаға арналған митинг үтте. 1939 йылда БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы Салауат Юлаевтың һәйкәл проектына конкурс иғлан итә. Ә 1943 йылда Хөкүмәт комиссияһы осетин скульпторы Сосланбәк Тавасиевтың эскиздарын раҫлай. Һәйкәл Ленинградта урынлашҡан “Монументскульптура” заводында ҡойола. Эштәр ай ярымдан ашыу дауам итә. Ниһайәт, 1965 йылда баш ҡалаға монументтың өлөштәре килтерелә башлай. Был ваҡиғаны күптәр яҡшы хәтерләй. Сосланбәк Тавасиев авторлығындағы монумент беҙҙең илдә иң ҙур һыбайлы скульптура булараҡ билдәле. Уның бейеклеге 10 метрғә етә яҙа, ауырлығы 40 тонна. 1967 йылдың 17 ноябрендә монументты асыу тантанаһы үткәрелә. Салауат Юлаев һәйкәле тиҙ арала Өфөнөң визит карточкаһына әйләнә. Уның янындағы майҙан баш ҡалалағы иң матур урындарҙың береһе. Бында төрлө байрамдар, мәҙәни саралар уҙғарыла, яңы өйләнешкән йәштәр килә һәм сәскәләр һала. Салауат Юлаев һәйкәленең һүрәте Башҡортостан республикаһы гербының төп элементы булып тора.