Бал – һаулыҡ эликсиры

Тулыраҡ: Бал – һаулыҡ эликсиры

Борон замандарҙан уҡ бал ҡортоноң ағыуын, прополисын, һитәһен, балын халыҡ медицинаһында киң ҡулланғандар. Бал ҡортон халыҡ табибы, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Бал ҡорто ер шарындағы иң боронғо, файҙалы, ғәжәйеп бөжәк. Уның балы ғына түгел, хатта ағыуы ла шифалы. Борон гректар бер-береһенә “һине ҡорт саҡһын” тип әйткән. Әлбиттә, һаулыҡ теләп. Ысынлап та, ҡорт сағыуы сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир итә. Уның ағыуы — мең төрлө сиргә дауа. Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәге хеҙмәткәрҙәре быны яҡшы белә. Үҙәктә дауаланып сыҡҡан меңәрләгән пациенттар ҙа быға дәлил.Балда 300-ҙән ашыу файҙалы матдә, биологик-химик ҡатнашмалар бар. Уны ашап ҡына түгел, массаж яһап та файҙаһын тойорға була.Ябай массаждан айырмалы, бал йыйылған насар матдәләрҙе һурып ала. Шул уҡ ваҡытта, тәнгә һеңеп, организмды витаминдар менән байыта.Прополис, бигерәк тә, тын юлдарына файҙалы, кешенең иммунитетын нығыта. Пациенттар был процедураны хатта һорап ала, ти үҙәк хеҙмәткәрҙәре. Прополистан ингаляция ла эшләйҙәр.Баллы ваннаны борон тик батшабикәләр генә ҡабул иткән. Ә бөгөн уны бөтә кешеләр ҙә, бигерәк тә, Башҡортостан халҡы ҡуллана ала. Бының өсөн ни бары 150 грамм балды алып ваннаға һалыр кәрәк. Уның файҙаһы ифрат ҙур. Кешенең тиреһе нисек эшләһә, уның эске ағзалары ла шулай эштә, ти табиптар. Ә бал тирегә иң кәрәкле матдәләрҙең береһе. Көн аралаш 10-15 минутлыҡ ошондай процедуранан һуң, тәндең тиреһе, күҙәнәктәре асылып ҡала, тән тын ала башлай. Дөйөм алғанда, дауаланыу учреждениеһында тиҫтәнән ашыу медицина ярҙамы күрһәтелә.Апитерапевтар башҡорт тоҡомло бал ҡорттарының айырыуса файҙаһы ҙур тигән фекерҙә. Башҡорт балы һәм башҡа умартасылыҡ продукцияларының тылсымлы шифаһын үҙегеҙҙә тойорға теләһәгеҙ, Өфө ҡалаһы Рыльский урамы, 13/1 адресы буйынса урынлашҡан үҙәккә рәхим итегеҙ.