Яңы үрҙәр, яңы бейеклектәр

Тулыраҡ: Яңы үрҙәр, яңы бейеклектәр

Беҙҙең каналдың милли тапшырыуҙар бүлеге программаһы – “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуының Бөйөк Ватан һуғышында еңеү көнөнә арналған сығарылышы «Мәңгелек ут» фестиваленең махсус призына лайыҡ булды. IX «Мәңгелек ут» халыҡ-ара телевизион хәрби-патриотик фильмдар һәм тапшырыуҙар фестивале уҙған ял көндәрендә Волгоградтта үтте. Фестивалгә 9 май көнө тура эфирҙа барған сығарылыш тәҡдим ителде. Уны алып барыусылар Ләйсән Тимербулатова һәм Ғәлимйән Ибәтуллин телевизор ҡараусыларға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан халҡының йәшәйеше, һуғыш эҙемтәләре, ҡаһармандары һәм хәҙерге быуындың батырҙары тураһында һөйләне. Тапшырыу хәбәрселәр әҙерләгән репортаждар менән тулыланып барҙы һәм фетивалдең комиссия ағзалары уларға юғары баһа бирҙе.