Аварияла кем ғәйепле?

Тулыраҡ: Аварияла кем ғәйепле?

Был һорауға криминалистар, тиҫтәләгән тикшереү үткәргәндән һуң, дөрөҫ яуап бирә ала. Бынан тыш, улар йылына йөҙәрләгән енәйәтсене асыҡларға ярҙам итә. Был кадрҙар Өфөнөң Ғөбәйҙуллин урамынан. Ҡот осҡос аварияла ике йәйәүле ауыр йәрәхәт ала. Ғәйеплене видеояҙма буйынса асыҡлайҙар, ә күп фажиғәләр камераға эләкмәй, ул саҡта инде криминалист автотехниктар ярҙамға килә. Башҡортостанда йыл башынан ғына 400-ҙән ашыу кеше аварияла һәләк булған. Фажиғәле статистиканың күп өлөшө йәйәүлеләр ҡатнашлығында сыға. Кем ғәйепле икәнен асыҡлау, ғәҙәттә, мөмкин түгел, һуңғы һүҙ автотехниктарҙа.Эксперт автотехниктар ваҡиға урынына тәүгеләр рәтендә килеп етә. Улар йыйған материалдар артабанғы тикшереү өсөн үтә длә мөһим.Ҡултамғаның ысынын ялғандан айырыу Руслан Аҫылғужин өсөн бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Көнөнә Эксперт криминалистика үҙәге белгесе ошондай йөҙәрләгән яҙманы тикшерә. Аҡсалар менән бәйле документтарҙа йыш ҡына ялған ҡултамғалар булып ул Енәйәти эшкә барып етә. Тәфтишселәрҙең төп һорауҙарына тап криминалистар яуап бирә.Хәрефтәр менән бергә ҡултамғаны эшләүсенең хатта ниндәй хәлдә булыуын, яҙманың ҡасан башҡарылыуын да белергә мөмкин. Бының өсөн криминалистҡа лупа һәм микроскоп төп ярҙамсы. Криминалистар ҡулъяҙмаларҙы ла өйрәнә. Иҡтисади мутлашыуҙар артҡан һайын, эксперттарҙың да эше күбәйә. Айырыуса, оло йәштәге йә ауырыу кешеләрҙең фатир, башҡа мөлкәттәрен бүләк итеүҙәре тураһындағы васыятнәмәләрен тикшереп енәйәтселәрҙе ғәҙел юлға баҫтыра. Криминалистар уҙғарған тикшереүҙәр ҡатмарлы Енәйәти эштәрҙең дә кем тарафынан һәм ниндәй шарттарҙа башҡарылыуы тураһында һорауҙарға яуап бирә. Улар судта ғәҙел ҡарар сығарыу өсөн төп дәлилдәрҙең береһе булып ҡала.