Тере килеш үлтергәндәр

Тулыраҡ: Тере килеш үлтергәндәр

Өфөлә йәшәүсе Рима Ғәлиеваны ваҡытынан алда иҫәндәр исемлегенән алып ташлап, мәрхүмә яһағандар. Эйәһенең үлеме сәбәпле, документтары ғәмәлдән сыҡҡан, тиҙәр уға банкка кредит алырға мөрәжәғәт иткәндә. Кеше тере, әммә документтар буйынса ул мәрхүм тип иҫәпләнә. Өфөлә йәшәүсе Рима Ғәлиева һаулығын нығытыр өсөн шифаханаға юллама алырға банкка мөрәжәғәт иткәс, ошондай шаҡ ҡатырғыс хәбәрҙе ишетә. Ҡайтып интернет аша реестрҙан тикшереп ҡарағас та, паспорт ғәмәлдән сыҡҡан тигән яҙыуҙы күрә. Шәкәр диабеты менән яфаланған Рима Мәғдәнур ҡыҙының тереләй үлеләр исемлегенә индерелгәнен белгәс, һаулығы тағы ла ҡаҡшай төшә. Ҡайҙа ғына барҙалар ҙа был ханымдарға аныҡ яуап бирмәйҙәр. Килеп тыуған хәлгә асыҡлыҡ индерер өсөн Миграция һорауҙары буйынса идаралыҡҡа мөрәжәғәт иттек. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре уларҙың хатаһы буйынса күп ҡыйынлыҡтар кисерергә тура килгән Рима Ғәлиева алдында ғәфү үтенделәр һәм паспорттың ғәмәлдә икәнен иҫбатлаусы белешмә тапшырҙы. Тик ханымдар әхлаҡи зыян өсөн компенсация һорап, артабан прокуратураға ғариза яҙырға йыйынғандары тураһында белдерҙе.