- Сочи ҡалаһында Рәсәй президенты Владимир путин Сүриә президенты Башар Асад менән осрашты. Яҡтар фекеренсә, Сүриәлә хәрби операция тамамланғандан һуң сәйәси процестарға күсергә кәрәк.
- Башар Асад әйтеүенсә, Дамаск был йәһәттән Мәскәүҙә ҙур ышаныс бағлай. Ул террорға ҡаршы көрштә ярҙам күрһәткәне өсөн Рәсәй етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
- Дамаскта Рәсәй илселеген утҡа тотоусыларҙы ғәйепләп Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡабул иткән ҡарарҙы Америка хупламаны. Ойошмала Рәсәйҙең даими вәкиле белдереүенсә, коалиция ошондай аҙымы менән теракттарға ҡарата үҙ мөнәсәбәтен белдерҙе. Дамаскта Рәсәй илселеге кисә утҡа тотолғайны.
- Магадан ҡар аҫтында ҡалған. Юлдарҙа-көрткә батҡан машиналар, аэропорт эшләмәй, юлдар ябыҡ. Магадан хакимиәте халыҡҡа мөрәжәғәт итеп коммуналь хеҙмәттәргә ярҙам итергә саҡырҙы.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре