Алданған өлөшсөләрҙе хәҙер закон нигеҙендә яҡлау саралары бар

Тулыраҡ: Алданған өлөшсөләрҙе хәҙер закон нигеҙендә яҡлау саралары бар

Рәсәйҙең 11 төбәге тәжрибәһе буйынса Башҡортостанда ла торлаҡ төҙөлөшөнә инвестиция индергән шәхси граждандар хоҡуҡтарын үтәүҙе талап иткән документ ғәмәлгә инде.Республикала әле өлөшсөләр иғәнәләре иҫәбенә төҙөлөш башлап төрлө сәбәпле туҡтатылған 29 майҙан теркәлгән. Алданған өлөшсөләр иҫәбендә рәсми һандар буйынса өс мең ярым кеше. Яңы закон төҙөлөш өсөн ер участкаһын бушлай биреп, 10 мең квадрат метр майҙандан да артыҡ торлаҡ төҙөргә әҙер инвесторҙы, фатирҙарҙың 10 процентын, муниципалитеттарға, алданған өлөшсөләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү маҡсатында тапшырыу бурысын ҡуя.