Кенәздәр юлһыҙ интегә

Тулыраҡ: Кенәздәр юлһыҙ интегә

Биш йылға яҡын Шакша биҫтәһендәге Кенәз ауылында йәшәүселәр юл мәсьәләһен хәл итә алмай зарлана. Ун урамда соҡор –саҡырҙың күп булыуы арҡаһында һыу тула, һуңынан батҡаҡҡа әйләнә. Әллә күпме яҙылған ғаризанан һаман һөҙөмтә юҡ, ти улар. Район хакимиәте халыҡты борсоған һорауға нисек яуап ҡайтарған? Был видеояҙманы Шакша биҫтәһендә йәшәүсе Регина Сәйфуллина төшөргән. Биш йылдан ашыу тиерлек урындағы халыҡ юл өсөн көрәшә. Мөрәжәғәттәр яуапһыҙ ҡала, тип зарлана улар.Урындағы халыҡҡа бигерәк тә ямғыр ваҡытында ауырға тура килә. Сөнки соҡорға һыу тулып, урам бәләкәй күлгә әйләнә. Был ваҡытта инде кеше генә түгел, бер ниндәй ҙә машина үтә алмай. Тап насар юл арҡаһында, Илмир Ниғәмәтовтың ҡатынына, мәҫәлән, тиҙ ярҙам машинаһы килә алмай.Сыға алмаҫлыҡ, ямғыр яуһа батҡаҡҡа әйләнгән юлға йәш әсәләр ҙә зарлана. Урам буйында күптәргә, бала менән коляскала соҡорҙан үтеүе ауыр. Шуға ла ихата эргәһендә генә йөрөүҙе хуп күрә улар.Ауыл халҡы хәҙер үҙебеҙҙе юл төҙөүселәреләй хис итәбеҙ, ти. Кенәз ауылының ун урамында юл насар. Урындағы халыҡ һаман ярҙам күрһәтелмәгәс, был мәсьәләне үҙҙәре хәл итергә мәжбүр. Берәүҙәр ергә таш һалһа, икенселәре соҡор-саҡырҙы төҙөлөш материалдары менән ҡаплай.Әйткәндәй, быйыл ҡайһы бер урамдарға ҡомташ һибәләр, хатта ҡапҡа алдына асфальт та түшәп өлгөрәләр. Әммә халыҡ әйтеүенсә, бындай юл тик чиновниктар йәшәгән ергә генә һалына. Ә ҡалған урамдарға аҡса юҡ, тип аңлатҡандар.Ауыл халҡы Калинин районы хакитмиәтен битарфлыҡта ғәйепләй. Шуға ла тиҙҙән улар йыйылып, судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына.