«Ҡайышыңды эләктер»

Тулыраҡ: «Ҡайышыңды эләктер»

Башҡортостандың юл хәрәкәте именлеге Дәүләт инспекцияһы «Ҡайышыңды эләктер, Рәсәй!» бөтә Рәсәй социаль акцияһына ҡушылды. Сара юл-транспорт ваҡиғалары эҙемтәләрен кәметеүгә, водителдәрҙең һәм пассажирҙарың хәүефһеҙлек ҡайыштарын һәм балалар өсөн махсус тотоусы ҡулайламаларҙы ҡулланыуҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн автомобилдә хәүефһеҙлек ҡайыштарын, балалар ултырғыстарын фотоға төшөрөргә һәм «Мин ҡайышымды эләктерҙем, һин дә эләктер!» тигән акция девизы аҫтында социаль селтәрҙәге сәхифәләргә ҡуйырға кәрәк.