Башҡортостанда тәүге тапҡыр үҙенсәлекле операция яһалды

Тулыраҡ: Башҡортостанда тәүге тапҡыр үҙенсәлекле операция яһалды

Германия профессоры Вольф Виланд етәкселегендә бәүел ҡыуығына операция эшләне. Бындай дауалау ысулын Рәсәйҙә беренсегә ҡулланалар. Элек бәүел тотмау ауырыуынан операция яһатыу өсөн дауаханала ике-өс аҙна ятырға тура килһә, хәҙер яман сирҙән бер тәүлек эсендә ҡотолорға мөмкин. Яңы дауалау ысулында ауырыуҙың май күҙәнәктәре менән ҡанын бергә ҡатнаштырып махсус ҡорамалға һалалар. Пациенттың үҙенән алынған күҙәнәктәр олон күҙәнәктәрен бүлеп сығарғас, ул пациенттың зыян күргән каналдарына индерелә. Яңы ысул менән бәүел ҡыуығындағы мускулдарҙы нығытыу ҡиммәтле импланттар ҡуйыуҙан, сит күҙәнәктәрҙе индереүҙән арындыра. Әлбитә бындай дауалау үтеү өсөн тәүҙә табип менән кәңәшләшергә, кәрәкле анализдарҙы биреп әҙерләнергә кәрәк, ти белгестәр.Профессор тәҡдим иткән дауалау ысулында пациенттың үҙенең олон күҙәнәктәре ҡулланыла. Бындай юл ауырыуға тиҙерәк һауығырға ярҙам итә. Әлеге операция ир-егеттәргә Рәсәйҙә беренсегә яһалды.