Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Владимир Путин, Рәжәп Эрдоган һәм Хәсән Рухани бөгөн Сочи ҡалаһында осрашып Сүриәләге хәлде көйләү буйынса һөйләшеүҙәт үткәрәсәк. Улар был илдәге граждандар һуғышын туҡтатыу өсөн сәйәси диалогты нисегерәк ҡороу кәрәклеген хәл итәсәк.
  • Сүриәләге хәл Владимир Путиндың Чехия президенты Милош Земан менән осрашыуында ла тикшерелде. Земан Европа берлеген һәм Рәсәйҙе санкцияларҙы ғәмәлдән сығарырға саҡырҙы. Уларҙан ике яҡ та ыҙа сигә, тигән Чехия етәксеһе. Тиҙҙән Рәсәй һәм Чехия 20 миллиард долларлыҡ килешеүгә ҡул ҡуясаҡ.
  • Колумбияның башҡалаһы Боготала транспорт министрлығының элекке бинаһы шартлатылған. 59 йыл эсендә таушалып бөткән бина файҙаланыу өсөн яраҡһыҙ тип табылған. Шартлауҙы ҡарарға ил президенты Хуан Мануэль Сантос та килгән.
  • Зимбабве башҡалаһы Хараре урамдарында халыҡ байрам итә. 37 йыл илгә хакимлыҡ итеүсе Роберт Мугабе вазифаһынан китеү тураһында белдергән. Манифестанттар президентҡа ҡаршы халыҡты күтәргән ҡораллы көстәр етәксеһе генерал Константино Чивенгу һәм элекке вице-президент Эммерсон Мнангагвуға дан йырлай.