Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары парламент уҡыуҙарында уларҙың эшмәкәрлеген камиллаштырыу тураһында фекер алышты.Республикала закондар үтәлешен ғәмәлдә тәьмин итеү эшмәкәрлеген 69 административ комиссия башҡара. Улар барыһы ла йәмәғәт башланғысы менән эшләй. Парламент уҡыуҙарында ҡатнашыусылар фекеренсә, комиссияларҙың яуаплы секретары итеп юғары юридик белемле белгесте даими эш нигеҙендә тәғәйенләү зарурлығы көнүҙәк. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Башҡортостанда административ комиссиялар тураһындағы законға үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителде.
Муниципаль бюджеттарҙың байтаҡ өлөшөн административ комиссиялар тулыландыра
Тулыраҡ: Муниципаль бюджеттарҙың байтаҡ өлөшөн административ комиссиялар тулыландыра