Башҡаланың Дим районында урынлашҡан 103-сө мәктәп уҡыусылары хеҙмәт һәм оборонаға әҙерлек комплексы нормаларын бер аҙнала дәррәү тапшырып бөттө. Юғары һөҙөмтә күрһәткәндәргә алтын һәм көмөш билдәләр тапшырылды. Физкультура-спорт комплексы талаптары буйынса уҡыусыларҙы үҙәкләштерелгән тәртип менән тикшерергә ҡарар иткән был беренсе һәм әлегә-берҙән-бер мәктәп. Спорт имтиханы алдынан һәр бала ID иҫәп һәм табип белешмәһе алған.Хеҙмәт һәм оборонаға әҙер нормаларын тапшырыу мәктәптәр араһында әүҙем хәрәкәткә әүерелде. Балалар тик алтын билдә күрһәткестәренә ынтыла. ГТО тестарының муниципаль үҙәге белгестәре бер аҙнала беренсенән туғыҙынсы класҡа тиклемге 800 уҡыусынан имтихан алды. Бөгөлөп һығылмалылыҡты, йүгереп тиҙлекте, ә бар күнегеүҙәрҙе лә норма талап иткән тапҡыр ҡабатлап сыҙамлыҡ менән ныҡышмаллыҡты күрһәтер өсөн етди әҙерлек кәрәк.11 баҫҡыстан торған комплекс төрлө йәштәге балалар өсөн иҫәпләнгән. Нормативтар ҡатмарлығына ҡарап өс кимәлдән тора. 103-сө мәктәп уҡыусыларын алтын, көмөш һәм бронза билдәләр менән ҡотларға дәрәжәле ҡунаҡтар килде.Яңы миҙгел башланыу менән хеҙмәт һәм оборонаға әҙерлек комплексының ҡышҡы төрҙәре нормаларын тапшыра башларға ла күп ваҡыт ҡалманы. Сығарылыш класы уҡыусылары иһә имтихандарҙы айырым тапшыра, һөҙөмтәләр берҙәм дәүләт имтиханына бер нисә балл өҫтәй.
Уҡыусылар-сәләмәт тормош яҡлы
Тулыраҡ: Уҡыусылар-сәләмәт тормош яҡлы