Радио ауылына сәйәхәт

Тулыраҡ: Радио ауылына сәйәхәт

Рәсәй-Башҡортостан радиоһы менән берлектә Салауат районы Радио ауылы ла быйыл үҙенә нигеҙ һалыныуҙың 90 йыллығын билдәләй. 1927 йылда төпкөл ауылдың үҙенсәлекле атама алыуы Ғәйнетдин Шәрәфетдинов менән бәйле. Ғәйнетдин Шәрәфетдинов тураһындағы был хәтирәләрҙе уның улы Шәүҡәт яҙып алған. Көндәлектә билдәләнеүенсә, 1927 йылдарҙа төпкөл ауылда тап Ғәйнетдин Шәрәфетдиновтың халыҡ өсөн радио тапшырыуҙары асыуы тураһында тарихи мәғлүмәттәр тупланған. Ә хәҙер иһә был яҙмалар, фотоһүрәттәр Ғәйнетдин Шәрәфетдиновтың ейән-ейәнсәрҙәре өсөн ҙур хәтирә. Ғәйнетдин Шәрәфетдинов Яхъянан айырылып сыҡҡан 24 йортлоҡ Яңы ауылға нигеҙ һалыусы ла. Дәрте ташып торған, һәр ергә өлгөргән оҫта бер көндө Куйбышев ҡалаһына үҙ эше менән барғанда иҙәндә ятҡан радиоалғысҡа тап була. Рөхсәт һорап, уны ауылына алып ҡайта. Радиоалғыс эшләп китһен өсөн оҫта күп тир түгә. Уға ауылдаштары ла ярҙам итә. Тора-бара радио Ғәйнетдин өсөн яуаплы эшкә лә, яратҡан шөғөлгә лә әйләнә. Һуғыштан һуң 1946-1947 йылдарҙа Ғәйнетдин Шәрәфетдинов радио тапшырыуҙары өсөн үҙ көсө менән ошо йортто төҙөй. Тап бында ауылдаштары өсөн төрлө гәзит-журналдарҙан яңылыҡтар, көләмәстәр уҡый, һауа торошо менән таныштыра. Ә хәҙер был өй күптәр өсөн ҡомартҡы булып һаҡлана.Радионан яңғыраған тауыш һәр береһенә ишетелһен өсөн ул үҙ йорто янында тирмән төҙөй. Тап унан алынған электр көсө ҡоролманы эшләтеп ебәрә. Әйткәндәй, оҫтаның өй таҡтаһына ҡаҙап ҡуйған сөйҙәре әле лә һаҡлана.Төпкөл ауылда ла халыҡтың элек радио тапшырыуҙарын тыңлай алыу, һуғыш тураһында, ҡалала барған яңылыҡтар менән танышыу мөмкинлеге арҡаһында ауылға Радио атамаһы бирелә. Әле иһә унда ҡырҡлаған йорт бар, мәктәп, балалар баҡсаһы ла эшләй. Бөгөн Рәсәй-Башҡортостан радиоһы ла үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Радиола көслө коллектив эшләй. Мин артабан һүҙҙе хеҙмәттәшем Ләйсән Тимербулатоваға бирәм. Ул Рәсәй-Башҡортостан Радиоһы менән таныштырыр.Мин бөгөн беҙҙең тамашасыларбыҙҙы оло ҡыуаныс менән Рәсәй-Башҡортостан радиоһының эске донъяһы, уның йөрәге һәм унда эшләгән хеҙмәткәрҙәре менән таныштырғым килә. Халыҡ араһында ҡыҙыҡлы фекер йәшәй: радиотыңлаусылар нишләптер тауыш режиссерын ир-егет тип күҙ алдына килтерә, әммә был улай түгел. Бына әле студияла тура эфир бара һәм уны тауыш режиссеры Гөлнәфис Хөсәйенова эфирға сығара. Ә был легендар тауыш һәр кемгә лә таныш. Наилә Ғәләүетдинова радио хеҙмәтенең иң тәжрибәле алып барыусыһы.Наилә Ғизетдин ҡыҙын Рәсәй-Башҡортостан радиоһынан тыш күҙ алдына килтереп булмайҙыр. Уны ҡайҙа ғына барһаң да таныйҙар һәм ихтирам итәләр.Икенсе студияла тауыш режиссеры Гөлназ Ирсаева радиотыңлаусыларға бик тә таныш тағы ла бер тауышты яҙа. Фирҙәт Ғәлиев радиола эшләү өсөн театрҙан китә хатта.Рәсәй-Башҡортостан радиоһында йәш журналистар һәм алып барыусылар ҙа күп. Улар коллективта барлыҡҡа килгән традициялар нигеҙендә тәрбиәләнә һәм өлкән хеҙмәттәштәре кеүек радионы яратып, эштәрен намыҫлы башҡара.Ә был пульттың артында Люциә Хәбир ҡыҙы Тимербаева. Ул Башҡортостан радиоһы эфирҙарына тапшырыуҙар яҙҙыра һәм музыкаль яҡтан биҙәй. Ул йыйған архивта әллә ҡасанғы яҙмалар һәм фотолар һаҡлана. "Башҡортостан" радиоһы, Марат Рафиҡов уҡыған шиғырҙағы кеүек, радиотулҡындарҙы хәҙер ҡыйыу байҡап осҡан йәш радиоларға ғүмер биреүсе. Рәсәй-Башҡортостан радиоһы нигеҙендә яралған был йәш радиолар ҙа үҙенең тыңлаусыһын тапты. "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһында эшләп килгән Маяҡ, Вести ФМ да, беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙҙең тәжрибәһендә нығынды. Ҡомарланып эшләй коллектив. Рәсәй-Башҡортостан традиоһының тыуған көнөндә асылған Ватан интернет радиоһы быға асыҡ дәлил.90 йыл — оҙон бер ғүмер. Күпме тауыштар һәм күпме хәтирәләр һаҡлай радио үҙ тарихында. "Арман" тапшырыуы авторы Миләүшә Абрар ҡыҙы Иҙрисова радионың тәүге хеҙмәткәрҙәре тураһында ҡыҙыҡлы мәлүмәттәрҙ менән уртаҡлашты.Рәсәй-Башҡортостан радиоһы күптәргәбала сағын һәм иртәне хәтерләтә. Таңғы етелә радио хеҙмәткәрҙәре һуңғы яңылыҡтар тураһында һөйләй һәм иртәнге сәй мәлендә яңыраҡ барлыҡҡа килгән "Самауыр" тапшырыуы менән һәр йортҡа ашыға. Артабан көн дауамында йырлы-моңло һәм мәғлүмәтле эфирҙары менән радиотыңлаусыһын оҙата бара.