Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ ҙә бар. Закир Шәрипов һәм Ғәзиз Лоҡманов радионын тыш, “Хәбәрҙәр”ҙең алыштырғыһыҙ хәбәрселәре лә. “Рәсәй-Башҡортостан” радиоһы хеҙмәткәрҙәренең эше ҡәҙимгесә иртәнге туғыҙҙа түгел, ә етелә үк башлана. Ғәзиз Лоҡманов тәүгеләрҙән республика халҡын һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштыра. Шулай уҡ, Ғәзиздең эфир киңлектәрендә үҙ рубрикаһы донъя күрә. Мөһим көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүҙәр, етди темаларға әңгәмә.“Өфө һөйләй”тигән һүҙҙәрҙе ишетеп үҫкән егетттең йөрәгендә бала саҡтан радиоға ҡарата һөйөү һаҡлана. Әммә ғүмерен уға бәйләүен күҙ алдына ла килтермәгән. Ә Закир Шарипов уҡытыусыларының тәҡдиме буйынса тап был һөнәрҙе һайлай. Ун йылдан ашыу ваҡыт үткәс, ҙур ышаныс менән журналистика минеке, ти ул. Әле Закир “Яңылыҡтар”, “Көнъяҙма”, “Яңы көн” тапшырыуҙары авторы. Закир Шарипов менән Ғәзиз Лоҡманов универсаль журналистар. “Рәсәй 1 -Башҡортостан” каналында башҡорт телендә “Хәбәрҙәр” эфирға сыға башлағас, ҙур теләк менән телевидениела ла үҙҙәрен һынап ҡарарға булдылар. Хәҙер инде хәбәрҙәрҙе уларһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Һуңғы яңылыҡтар, ваҡиға урынынан тура бәйләнештәр, репортаждар, көнүҙәк интервью.Егеттәр йәмғиәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Төрлө ярыштарҙа улар “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының данын яҡлай. Иң мөһиме – журналистар өлгәшелгәндәр менән генә ҡәнәғәтләнеп йәшәргә йыйынмай, эҙләнә, камиллыҡҡа ынтыла.
Бөгөн “Рәсәй-Башҡортостан радиоһы” хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырыла
Тулыраҡ: Бөгөн “Рәсәй-Башҡортостан радиоһы” хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырыла