«Башҡортостан радиоһы» бөгөн үҙенең 90 йыллығын билдәләй

Тулыраҡ: «Башҡортостан радиоһы» бөгөн үҙенең 90 йыллығын билдәләй

Республикалағы иң абруйлы радиостанцияларҙың береһе ошо арауыҡта ысын мәғәнәһендә Башҡортостан тауышына әйләнде.Бер быуатҡа яҡын ул үҙ тыңлаусыларын сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһе ваҡиғалары менән таныштырып килә. “Башҡортостан радиоһының” һәр ҡала һәм районда, һәр ҡасаба һәм ауылда үҙ тыңлаусыһы бар.

“Өфө һөйләй” марафоны үтә

“Башҡортостан радиоһының” туҡһан йыллығы уңайынан бөгөн “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы “Өфө һөйләй” телерадиомарафонын уҙғара. Юбилей уңайынан беҙҙҙең телерадиокомпания “Башҡортостан радиоһы” тарихына бәйле һорауҙарҙан төҙөлгән викторина үткәргәйне. Унда ҡатнашыусылар һаны меңдәрсә кеше булды.