Әсәләр көнө алдынан Республика Хөкүмәтендә күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы

Тулыраҡ: Әсәләр көнө алдынан Республика Хөкүмәтендә күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы

50 гүзәл затҡа «Әсәлек даны» миҙалдары тапшырылды. Республиканың 23 ҡалаһы һәм районынан килгән 50 әсә араһында хужабикәләр, уҡытыусылар, почтальондар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл эшсәндәре, табиптар бар. Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында логопед булып эшләүсе Айгөл Ғәлимйән ҡыҙы биш балаға ғүмер бүләк иткән.Биш сабыйға ғүмер бүләк иткән Алина Вил ҡыҙы мәктәптә эшләй. Арҡа терәр ир булғанда балаларҙы тәрбиәләү ауыр түгел, ти ханым. Салауат Сәғитов ишле бала тәрбиәләүсе әсәләргә иң йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Тантана бәхетле әсәләрҙең йылы һүҙҙәре, изге теләктәре менән үрелеп барҙы. Сара иҫтәлеккә фото төшөү менән тамамланды.