Өфөлә идарасы компания менән бер нисә күп ҡатлы йортта йәшәүселәр араһында ғауға ҡыҙғандан-ҡыҙа. Халыҡ фекеренсә, ойошманың йорттарҙы хеҙмәтләндереүгә хоҡуғы юҡ. Сөнки, идарасы компанияны билдәләү ялған протоколдар ярҙамында, йортта йәшәүселәрҙең фекерен белешмәйенсә башҡарылған. Высотная урамы 12 кәсер 2 йортонда йәшәүселәр 2014 йылда идарасы компания алышынғанын яңыраҡ ҡына белеп ҡала. Баҡтиһәң, быға тиклем хеҙмәтләндергән “БашЖилСервис” бөлгөнлөккә төшә, ә тәүәккәл йүнселдәр тиҙ арала ошо уҡ исем менән яңыһын аса. Закон буйынса уҙғарылырға тейешле йыйылыштар ҡағыҙҙа ғына үтә. Суд аша ғәҙеллекте тергеҙгәс тә низағ тамамланмай, идарасы компания торлаҡты яңы ойошмаға бирергә теләмәй, өҫтәүенә Дәүләт торлаҡ инспекцияһы ла уларҙы яҡлап сыға.Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр юридик етешһеҙлектәргә иғтибар итмәйенсә, әлеге идарасы компания менән дә килешеп йәшәр ине лә. Күптәрҙә хеҙмәтләндереү сифаты ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Идарасы компания эшмәкәрлеге менән был йорт милекселәре генә ризаһыҙ түгел, күршеләге 14 кәсер 2 адресы буйынса йәшәүселәр төҙөк булмаған газ мейесе өсөн көрәшә торғас идаралыҡты үҙ ҡулдарына алырға булалар. Азат Аҡманов йортта йәшәүселәрҙе йыйып милекселәр ширҡәте йәки ТСН төҙөй. Әммә бер нисә ай инде идарасы компания йорт менән идаралыҡты улар ҡулына бирергә теләмәй.Идарасы компанияларҙың яңы йорттарға йәбешеп ятыуы аңлашыла. Сөнки бында квадраттар һаны күп тимәк, килем дә яҡшы, ә йорт яңы булғанлыҡтан төҙөкләндереүгә сығымдар китмәй. Высотная урамындағы 11 йорттоң 5-һендә йәшәүселәр законһыҙ идаралыҡ алған Баш Жил Сервис ойошмаһынан баш тартырға теләк белдерә. Әммә дәүләт торлаҡ инспекцияһы был теләкте тормошҡа ашырырға ҡамасаулай. Милекселәр хәҙер ғәҙеллек эҙләп прокуратураға ғариза яҙған, яуап килгәс судҡа мөрәжәғәт итәсәк.
Идарасы компания менән ғауға
Тулыраҡ: Идарасы компания менән ғауға