Кредитҡа тауар һатып алып, уны түләп бөткәс нисек коллекторҙар ҡулына эләкмәҫкә?

Тулыраҡ: Кредитҡа тауар һатып алып, уны түләп бөткәс нисек коллекторҙар ҡулына эләкмәҫкә?

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наталья Сизова бер нисә йыл элек телевизор һатып алған һәм ваҡытынан алда түләп бөткән. Ләкин, ваҡыт үтеү менән ҡатын банкҡа бурыслы икәне асыҡлаған. Хәҙер көн һайын тиерлек ханымдың хәлен белешеп тора, аҡса талап итә. Күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк? Был телевизор хаҡы ат хаҡына тиң. Наталья Сизова 2008-се йылда 50 мең һумлыҡ телевизорҙы ай һайын 1 мең 800 һум түләү шарты менән кредитҡа һатып ала. Әммә, ул сумманы күберәк индереп 2010-сы йылға кредитын ҡаплай. Әммә 7 йыл үткәс Наталья Сизованың банкҡа бурыслы икәне һәм пенялар йыйылғаны асыҡлана. Финанс учреждение клиентына бер нимә хәбәр итмәйенсә һәм аңлатмайынса, бурысты коллекторҙарға һата. Ошонан һуң телевизор баш бәләһенә әйләнә.Наталья Сизова бюро хеҙмәткәрҙәренә барлыҡ квитанцияларын күрһәтеп аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыуын раҫларға тырыша. Әммә, коллекторҙар үҙҙәренекен тылҡый. Коллекторҙар иһә рәсми аңлатма биреүҙән баш тартты. Мәскәүгә мөрәжәғәт итергә кәңәш итте. Белгестәр кредит алып, уны ҡайтарып бөткәс, мотлаҡ банкттан ошо турала документ алырға кәңәш итә. Эксперттар мәсьәлә коллекторҙарға барып етһә, мотлаҡ законды яҡшылап өйрәнергә тәҡдим итә. Сөнки, улар кешеләргә, бигерәк тә ололарға, көн дә шылтыратып, нервыларын ҡаҡшата. Ошолай ҡайһы берәүҙәре түҙмәй, булмаған бурысын түләп тә ҡуя.Бындай осраҡта белгестәр тәү сиратта юристарға мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Шулай уҡ, коллекторҙарҙы контролдә тотҡан суд приставтарына йә полицияға ғариза яҙырға була. Тик, бының өсөн иң беренсе көн һайын шылтыратып янаған коллекторҙы телефонға йә диктафонға яҙҙырып алырға кәрәк.Ошо көндәрҙә Наталья Сизова суд приставтарына барған һәм мәсьәләне ыңғай хәл итеүгә өлгәшкән.