Өфөлә йөрәккә үҙенсәлекле операция яһалды

Тулыраҡ: Өфөлә йөрәккә үҙенсәлекле операция яһалды

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында аритмия, йәғни йөрәк тибешенең туҡтауһыҙ үҙгәреп тороуын яйға һалыу буйынса үҙенсәлекле операция яһайҙар. 22 йәшлек Екатерина бер-нисә йыл йөрәк тибешенең туҡтауһыҙ үҙгәреп тороуы менән бер-нисә йыл яфалана. Ҡайһы саҡта йөрәк тибеше минутына хатта 190 тиклем етә торғайны ти, йәш ҡыҙ. Хәҙер, радио йышлыҡары менән эшләнгән операциянан һуң, йөрәгем сабыйҙыҡы кеүек ти, дауаланыусы. Әгәрҙә бер-нисә йыл элек аритмияны дарыуҙар менән генә көйләһәләр, ә 2013 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында радио йышлығын ҡуллана башлайҙар. Бында Новосибирск табиптары тәжрибәһе ярҙам итә.Операцияның төп үҙенсәлеге — скалпель ҡулланмау. Хирургтарға быға тиклем күкрәк ситлеген асырға тура килһә, хәҙер иһә бөтә эштәр махсус көпшә ярҙамында мониторға ҡарап яһала. Ә даими үҙгәреп торған аритмия, йәғни, йөрәк тибешенең туҡтауһыҙ үҙгәреп тороуын яйға һалыу өсөн йөрәк тамырҙарын махсус ысул ярҙамында көйҙөрәләр. Абляция операцияһы тәү сиратта кешене инсульт, йәки, баш мейеһенә ҡан һауыу кеүек ҡурҡыныс сирҙәрҙән һаҡлап ала. Ошондай дауалауҙан һуң сирлеләр дауаханала айҙар буйына ятмай. Ә ике –өс көндән һуң үҙ аяҡтары менән үҙ йорттарына ҡайта.