Подъезд яйлап емерелә

Тулыраҡ: Подъезд яйлап емерелә

Ибраһимов бульварындағы 51-се йортта йәшәүселәр подъезда ун йылға яҡын ремонт эшләтә алмай. Асыҡланыуынса, ошо уҡ йорттағы фатирҙа йәшәүсе 300 мең һумға яҡын бурысҡа батҡан. Тотонолған газ, һыу өсөн аҡса түләмәүҙең сәбәбен дә егет фатир минең исемдә түгел, тип кенә аңлата. Идарасы компанияға мөрәжәғәт итеүһән дә файҙа юҡ. Ремонт эшләнһен өсөн халыҡҡа тағы ла нимә эшләргә кәрәк? Любовь Николаевна инде нисәмә йыл биш ҡатлы йортта ремонт эшләүҙәрен һорай. Әммә күпме ғариза яҙһа ла, һаман һөҙөмтә юҡ. Ремонт эшләнмәүҙең сәбәбе лә ябай. Асыҡланыуынса, ошо уҡ йорттағы фатир ата-әсәһе мәрхүм булғас егеткә эләгә. Әммә Любовь Николаевна әйтеүенсә, фатир егеттең исеменә яҙылмаған. Шуға ла һыу, газ өсөн ул аҡса түләмәй. Бер нисә йыл эсендә 300 мең һумға яҡын бурыс йыйылған.Йортта йәшәүселәр бурысҡа батҡан егет менән һөйләшеп тә ҡарай. Әммә яуап ябай- фатир минеке түгел.Ә хәҙер егеттең ҡайҙа икәнен дә белмәйҙәр. Ул фатирын ят кешеләргә ваҡытлыса йәшәргә биреп торған. Һәм торлаҡта йәшәүселәр ҙә һыу, газ өсөн түләмәй, ә бурыс өҫтәлгәндән өҫтәлә бара, тип зарлана халыҡ.Әммә торлаҡ хужалығы идаралығы ремонт эшләнмәүҙең сәбәбе бурысҡа батҡан кеше түгел, ти. Әйткәндәй, йорт хужалары тарифты күтәртергә риза. Әммә ни өсөн бурысҡа батҡан хужаның фатирынының электр сымдарын өҙмәйҙәр тигән һорау борсой, халыҡты